top of page

Ғорурланам.

Уҡытыусы - бөйөк кеше

Тынғыһыҙ уның эше.

Уҡытыусы – изге кеше

Белем биреү уның эше.

 

Уҡытыусы –минең атай,

Уҡытыусы - әсәй ҙә.

Уларҙың эше изге,

Маҡтаулы ла, ауыр ҙа.

                           7-се класс уҡыусыһы

                           Ҡотошов Айбулат

Хаҡлыҡ йырсыһына

Февраль.

Буранлы февраль…

Бөйөк шағирҙы

Бүләк итеүсе

Бөйөк шәхесте

Алып китеүсе.

Рәми олатай,

Йоҡла, һин,тыныс.

Шиғырҙарыңды ҡулыма

Алам мин йыш.

Ижадыңдан һинең

Рухи көс алам.

Тормошоңдо уйлап

Тәрән уйға ҡалам.

Илем, телем,халҡым тип

Янып йәшәнең.

Бының өсөн күрҙең

Михнәттәр аҙабын.

Хыялдарың тормошҡа аша

Рухың тыныс йоҡлаһын

Киләсәктә һинең кеүек

Янып йәшәрмен!

                         Ҡотошов Айбулат,

Башҡортостан - тыуған илем,

Яңыбай  - тыуған ерем.

Бәхетлемен ошо илдә

Һөйләшәмен туған телдә.

 

Башҡортостан, һин яҙмышым,

Йөрәгем, берҙән-берем.

Һиндә тыуҙым, һиндә үҫтем

Шуға ла бәхетлемен.

                           Ҡотошов Айбулат

Башҡорт теле.

Башҡорт телем бай, яғымлы

Һүҙ әйтмәгеҙ телемә.

Шиғырым юлдарында-

Тик дан башҡорт теленә.

Башҡорт теле- әсәм кеүек

Шундай наҙлы һәр һүҙе.

Моңло ла, бай ҙа, ҡәҙерле лә

Гәрәбәгә тиң үҙе.

Башҡорт теле- туған телем

Һиндә халҡымдың рухы.

Борондан килгән аманат

Ҡәҙерләйек беҙ уны.

                               Ҡотошов Айбулат.

Уҡытыусыма.

Уҡытыусым – яҡын дуҫым,

Кәңәшсем, тәрбиәсем.

Уҡытыусым - әсәм кеүек

Яҡын кешем, ҡәҙерлем.

 

Уҡытыусы эше изге,

Маҡтаулы ла, ауыр ҙа.

Балаларға белем биреү

Бик кәрәк бөтә ерҙә!

 

Уҡытыусым, рәхмәтем ҙур

Белем нуры сәскәнгә!

Оло донъяға әҙерләп

Тәрбиә биргәнеңә!

 

Уҡытыусым, көләс йөҙөң

Нур сәсә һәммәбеҙгә!

Йылы ҡараш, иғтибарың

Етә барыбыҙға ла!

 

Уҡытыусы - бөйөк кеше!

Бик тынғыһыҙ уның эше.

Дан һиңә, мөхәббәт һиңә,

О, беҙҙең йәшлек дуҫы!

 

                         8-се класс уҡыусыһы

                          Ермакова Гөлфиә

Тәбиғәтте һаҡлайыҡ.

Тәбиғәт- ул оло байлыҡ,

Уны һаҡлап тотайыҡ.

Ағастарға, йәнлектәргә

Иғтибарлы булайыҡ.

Сәскәләрҙе бушҡа ғына

Өҙөп, ташлап китмәйек,

Тәбиғәттең гүзәллеген

Бер ҙә әрәм итмәйек.

Тағараҡтар эләйек,

Ағастар ултыртайыҡ

Урман, туғай, һыу буйҙарын

Сүп- сарҙан таҙартайыҡ.

Балҡып китер шунда донъя

Гөл- сәскәгә күмелер.

Үҙебеҙгә йәшәүе лә

Бигерәк рәхәт булыр!

                             Ермакова Гөлфиә

Матурлыҡ.

Тышта ем- ем емелдәп

Күбәләктәр осалар.

Тунын кейгән ағастарға

Улар килеп ҡуналар.

Бар донъя аҡҡа күмелгән,

Төрөнгән шәлгә ағас.

 Күкрәген киреп ултыра

 Күршеләге ҡарағас.

                              Рәхилә Мортазина,

                           7- се класс уҡыусыһы.

Тәбиғәтте һаҡлау- изге бурыс.

Тәүге тапҡыр тәпәй баҫып,

Әсәй, атай тинем мин

Ошо ерҙә тыуҙым, үҫтем,

Рәхмәтлемен тыған ил!

Был ерҙән дә матурын,

Ҡәҙерлеһен тапмаҫһың,

Шуның өсөн ҡәҙерен белеп,

Бик яратып йәшәйек.

Тәбиғәтте һаҡлайыҡ беҙ,

Ағастар ултыртайыҡ,

Йылға, шишмә, күлдәрҙе

Сүп- сарҙан таҙартайыҡ.

Шаулап үҫкән урмандарҙы

Бөтөрмәйек, ҡырҡмайыҡ.

Тәбиғәтте һаҡлау бит,

Һәр кемдең изге бурыс.

Уҡытыусыға дан!

Уҡытыусым-

Ҡәҙерлем,

Ышанысым,

Таянысым.

Ышаныслы кәңәшсем.

Уҡытыусым,

Сабырлығың

Ысын ҡая һымаҡ.

Ғорурланам  һинең менән

Алып изге кәңәшең.

Донъя серҙәрен асаһың,

Аҡыллы кәңәштәрең!

Насарлыҡтарҙан ҡурсыйһың

Рәхмәтлемен барыһы өсөн,

Уҡытыусым!

                      8-се класс уҡыусыһы

                        Мортазина Рәхилә

Бәхетле бала саҡ.

Бала  сағым- баллы сағым минең

Атлап киләм ғүмер юлынан.

Киләм аҡыл- зиһен, һөйөү алып

Үкенмәҫлек булһын һуңынан.

Янымда һөйөклө атам- әсәм,

Ағай- апайым дә эргәмдә.

Тағы нимә кәрәк бәхет өсөн,

Туғандарым булһа тирәмдә.

Мин- бәхетле. Бала сағым үтә

Изге һөйөүҙәргә төрөнөп.

Гел дә шулай тормош барһын ине

Серле бәхеттәргә төрөнөп.

                     9- сы класс уҡыусыһы

                      Гөлнар Хөсәйенова

Башҡорт балындай татлы

Һөйөклө башҡорт теле.

Туған телен өйрәнгәндәр

Ғүмер буйы бәхетле.

                                                                                Әбсәләмов Денис

 

 

       Урманда.

Ҡарап тормай буранға,

Сығып киттем урманға.

Серле ерҙәрҙе күреп,

Бөтә алманым белеп.

Буш килмәнем урманға,

Күстәнәсем уларға:

Тағараҡтар- ҡоштарға,

Кишерҙәр- ҡуяндарға.

                  Гөлназ Шиһапова,

                 7- се класс уҡыусыһы.

 

 

Тыуған ауылым.

Ауылыма килер булһаң

Минең ауыл – Яңыбай.

Барыһына таң ҡалырһың

Бөтәһенә ул бик бай.

 

Ҡороюлдың буйҙарында

Балалар сыр-сыу килә

Ә инде болондарында

Ҡолондары йүгерә.

 

Ауылымды һәр яғынан

Уратып алған тауҙар.

Ул тауҙарҙан үҙәндәргә

Сылтырап аға һыуҙар.

 

Яңыбайым бай минең

Эшсән кешеләр менән.

Бик яратам, ауылҡайым,

Айырыла алмам һинән!

                      Гөлдәниә Хөсәйенова

Ҡышҡы мөғжизә

Иртән тороп тышҡа сыҡһам,

Ергә ап- аҡ ҡар яуған.

Ағастарҙың ботағына

Матур итеп ҡар һалған.

 Урман эсенә инһәң,

 Бөтә ағастар ап- аҡ

Тирә- йүнгә ҡарап торһаң

 Әкиәт иле һымаҡ.

                              Денис Әбсәләмов,

                        6- сы класс уҡыусыһы.

Ғәзиз телем.

Туған телем- әсәм теле

Телем асылды «әсәй» тип.

Туған телем берҙән- берем

Әсәм кеүек ҡәҙерлем.

Һандуғас йырылай моңло

Телебеҙ матур, наҙлы.

Яратҡан кеүек әсәмде,

Яратам мин телемде.

Туған телем- башҡорт теле

Бер телдән дә кәм түгел.                                                       

Ғорур һөйләш, йырзар йырла

Оялма һин телеңдән.

Туған телем- башкорт теле

Боронғонан аманат.

Һиндәй телгә һис ҡасан да

Итмәмен мин хыянат.

                              Хөсәйенова Гөлнар.

Тәбиғәтте һаҡлайыҡ!

Гүзәл, хозур тәбиғәтте

Һаҡлау- ул изге бурыс.

Ошо аҡыллы фекерҙе

Гел иҫеңдә тот һин, дуҫ.

 

                        Тирә- йүнгә күҙ һалһаҡ:

                        Аллы- гөллө сәскәле,

                        Емеш- еләкле ялан,

                        Серле тауышлы ҡоштар-

                        Һәммәһе лә һоҡланғыс.

 

Ошо байлыҡты, дуҫтар,

Һаҡлай- яҡлай беләйек:

Сүп- сарҙан таҙартайыҡ,

Матурлыҡты булдырайыҡ,

Киләсәкте уйлайыҡ!

                             Гүзәл тәбиғәтебеҙ

                             Беҙгә бөтәһен бирә:

                             Еләк- емеш йыябыҙ,

                             Һунарға ла сығабыҙ,

                             Саф һауаһын һулайбыҙ.

Тәбиғәтте һаҡламаһаҡ,

Йылға- һыуҙар ҡороһа,

Күпләп урман ҡырҡылһа,

Киләсәктә ни булыр?

Донъябыҙҙан ни ҡалыр?

                              Киләсәк көндө уйлап,

                              Ерҙе, һыуҙы һаҡлайыҡ!

                              Яратҡан тәбиғәтебеҙгә

                              Иғтибарлы булайыҡ!

                              Ҡайғыртыусан булайыҡ!

М.Кәримдең "Айгөл иле" драмаһын сәхнәләштереү

bottom of page