top of page

Үҙем турала һүҙем

     Мин, Ҡотошова Лилиә Илдус ҡыҙы, Ейәнсура районы Яңыбай урта мәктәбенең юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

      1967 йылдың 28 февралендә ҡышҡы матур көндә Ейәнсура районының Байыш ауылында икенсе бала булып  донъяға килгәнмен. 1974 йылда тыуған ауылым    мәктәбенең беренсе класына уҡырға барҙым.  1984 йылда мәктәпте бөтә фәндәрҙән дә тик «биш»ле билдәләренә генә тамамланым һәм хыялымды тормошҡа ашырыу маҡсаты менән СДПИ-ға юл тоттом. Имтихандарҙы уңышлы тапшырып, талибә булдым. 1989 йылда ҡулыма юғары белемле башҡорт теле һәм әҙәбиәте, урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы дипломын алып тыуған районыма эшкә ҡайттым. Мәғариф бүлеге йүнәлтмәһе буйынса Яңыбай урта мәктәбенә эшкә килдем. Бына 28 йыл ошо мәктәптә  башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренән белем һәм тәрбиә бирәм, оҙаҡ йылдар тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары вазифаһын да башҡарҙым.  

Туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә белем биреү менән бер рәттән милли үҙаң, фекерләү ҡеүәһе һәм ижади һәләттәрҙе үҫтереүҙе, рухи - әхлаҡи, патриотик тәрбиәләүҙе төп маҡсат итеп ҡуям. Һәр баланың шәхси һәләттәрен үҫтереп ҙур тормошҡа әҙерләү бурыстарын да күҙ уңынан ысҡындырмайым. Һәр бала - талантлы шәхес, тик уны ваҡытында күреп үҫтерергә, киңәйтергә кәрәк. 

Бына ике тиҫтә йыл «Тамсылар» әҙәби-ижад түңәрәген етәкләйем. Шиғырҙар, хикәйә, әкиәттәр ижад итеү, уларҙы сәхнәләштереү, һүҙҙең матурлығын, яңғырашын күңелгә еткереү, күҙҙәрендә ҡыҙыҡһыныу, шатланыу йә иһә ҡайғырыу сатҡыларын күреү балаларҙа үҙ-үҙенә ышаныс тыуҙыра, дәрт уята, яңынан - яңы үрҙәргә әйҙәй. Ошоларҙы күреп, балаларҙың шатлығына ҡыуанып, үҙеңдең эшеңдән йәм табаһың икән, тимәк, бушҡа ғына уҡытыусы һөнәрен һайламағанһың!

Ә уҡыусыларыңдың ижади эштәре республика, район гәзит-журнал биттәрендә донъя күреүе улар өсөн дә, минең өсөн дә икеләтә шатлыҡ. Уҡытыусының уңыш сере - балаларҙың ышанысын, ихтирамын яулауында. Уҡыусыларҙың һөйөүен тойоу уҡытыусыны ҡанатландыра. Һәр уҡыусыны булдыҡлылыҡҡа, әүҙемлеккә өйрәтеү, кәрәк урында хуплау, ҡыҙыҡһыныуын үҫтереү- минең педагогик хеҙмәтемдең төп бурыстары.

Белемемде  камиллаштырыу өҫтөндә өҙлөкһөҙ эшләйем. Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты Үҫтереү институтында “Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа Федераль дәүләт стандарттарының талаптары” квалификацияны күтәреү курстарында уҡыным. 2010 йылда “ Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2010" район конкурсында 3-сө урын яуланым. Дәрес һәм дәрестән һуң эшмәкәрлек эшкәртмәләре төҙөү буйынса район һәм республика кимәлендә уңыштарым байтаҡ.

       Бөгөнгө көндә  "Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа Интернет технологиялар ҡулланыу" темаһы өҫтөндә эшләйем.  2015 – 2016 уҡыу йылында беҙҙең районда БДПУ тарафынан “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә ИКТ ҡулланыу” темаһына эксперименталь майҙансык асылды. Ошо майҙансыҡ нигеҙендә, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән йыллыҡ план төҙөп, эш алып барам.

  Йәмғиәт эштәрендә лә, ауылыбыҙҙағы ҡатын-ҡыҙҙар,  "Ағинәйҙәр" ойошмаһының эшмәкәрлегендә ҙур теләк менән ҡатнашам. Төрлө байрамдар, кисәләр үткәреү,  спорт ярыштарында  ҡатнашыу - былар бөтәһе лә   мин яратып башҡарған эштәрем, шөғөлдәрем.  Был өлкәләрҙә лә уңыштарым байтаҡ.   

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙарым:

Интернет технологияларҙы өйрәнеү

Белем юлым:

1974- 1984 йылдарҙа Ейәнсура районы Байыш урта мәктәбендә белем алдым.

1984- 1989 йылдарҙа Стәрлетамаҡ Дәүләт Педагогия Институтының филология факультетында уҡыным

bottom of page